+9 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 06:10

Уңышты ҡайҙа итергә?

Көҙгө муллыҡ мәлендә был мәсьәлә күптәрҙе борсой.

Уңышты ҡайҙа итергә?Уңышты ҡайҙа итергә?
Уңышты ҡайҙа итергә?

Үҫтерелгәнде мул уңышты һатып аҡса эшләү – күптәрҙең хыялы. Тик бығаса ауылдан йәки ҡала янындағы баҡсанан килтерелгән уңышты һатыу һис тә еңел булманы.

Республика башлығы бер мәл, әбейҙәрҙе урамдарҙан ҡыумағыҙ, уларға үҙ продукцияһын һатыу өсөн тейешле шарттар булдырығыҙ, тип иҫкәрткәс кенә, хәл үҙгәрҙе. Ана бит, республика буйынса баҡсасылар өсөн 3 767 урын әҙерләп тә ҡуйғандар. Айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында бындай урындар күп. Быйыл тарихта тәүге тапҡыр ҡалалар янындағы баҡсаларға юлдарҙы ремонтлау, электр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн 100 миллион һум аҡса бүленгән.

Хәҙер инде хаҡтарҙың бер аҙ төшөүен көтәһе ҡалды. Юғиһә, беҙҙә һәр баҡсала үҫкән кишер ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән банандан ҡыйбатыраҡ булып китә бит.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас