

Россельхозбанктың төбәк бүлексәһе республика халҡына 2020 йылдан алып 8,5 миллиард һумлыҡ льготалы кредит биргән. Халыҡ айырыуса Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарынан күпләп йорт һатып ала. Кредит алыусыларҙың 80 проценты әҙер өй алыуҙы хуп күрһә, 20 проценты уны үҙҙәре төҙөмәксе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл ипотекаһы ни бары 3 процент өҫтәп түләү менән бирелә.