+15 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь , 15:39

Әтәсегеҙ күкәй һаламы?

Дачаларҙа тауыҡ аҫырауҙы тыйырға маташыусылар әүҙемләште.

Ошо йылдың июль айында ғына Владимир Путин үҙ указы менән тауыҡ, үрҙәк, ҡаҙҙарҙы баҡсала аҫырауға рөхсәт биргән указға ҡул ҡуйғайны. Әммә «Росптицесоюз» йөҙөндә эре етештереүселәр быға ныҡ ҡаршы сыға, йәнәһе, шәхси хужалыҡтарҙағы ҡош-ҡорттар ауырыу тарата.

Ә Һәнәк бабай фекеренсә, бында конкуренттарға ҡаршы көрәш бара. Әле күптән түгел генә бер үтә “аҡыллы” депутат, шәхси хужалыҡтарҙа сусҡа тотоуҙы тыйырға кәрәк, тип яр һалғайны бит. Һүҙ булмағанда һүҙ булһын әле, әтәсегеҙ күкәй һаламы, тип башты ҡатырғансы, мөһимерәк эштәр менән булышһа икән дә халыҡ хеҙмәтселәре һәм сереп байыусылар. 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас в