+15 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь , 11:17

Салауат премияһына кемдәр лайыҡ?

Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүәселәр асыҡланды.  

Салауат  премияһына кемдәр лайыҡ?
Салауат премияһына кемдәр лайыҡ?

Быйыл республикабыҙҙың иң оло бүләгенә яҙыусылар Тамара Юлдашева, Йәдкәр Бәширов, Флүр Ғәлимов, йәмәғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова, музыканттар Артур Назиуллин һәм Дмитрий Крюков, "Шүлгәнташ" музей комплексын эшләгән өсөн Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов, Гөлфиә Тажетдинова, архитектор Салауат Щербаков һәм яҙыусы Ноғман Мусин хаҡындағы фильмдар серияһы өсөн Гәүһәр Батталова, Урал Гатауллин, Әлфиә Арыҫланова, Шайморатов хаҡындағы спектакль өсөн Зөһрә Бураҡаева, Артур Кәбиров, Рәис Низаметдинов дәғүә итә.

Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы ике йылға бер тапҡыр өс кешегә бирелә. 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас в