

Мәҫәлән, фәлән районда магазинға бурысы йыйылып киткәс, ошо бурысын, юлын табып, "Әсәлек капиталы" менән ҡаплай. Һеҙ шундай ғәжәп хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
"Әсәлек капиталы" тағы артырмы икән? Ил парламентындағы “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары “Әсәлек капиталы” программаһын даими итергә һәм уның күләмен икенсе бала тыуғанда 933 мең һумға еткерергә тәҡдим итә. Шулай уҡ өсөнсө бала тыуған осраҡта 1,399 млн һум түләүҙе ғәмәлгә индереү тураһында ла мәсьәлә күтәрелә икән.
Венер ИСХАҠОВ.
https://shonkar.com/articles/i-tisad/2022-09-10/s-lek-kapitaly-ta-y-artyrmy-ik-n-2943803
Фото: 111bankov.ru