

Райондың Үтәгән ауылында ҡабаҡ фестивале ойошторолдо. Был сара тәүге тапҡыр ғына үткәрелһә лә, ҡунаҡтар күп райондарҙан һәм ҡалаларҙан килгәйне.
Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш үҫтерә. Хужабикәләр байрамға ентекле әҙерләнгән: ҡабаҡтан һуттар, ҡайнатмалар әҙерләгән, хатта уның киптерелгәне лә бар ине, эсен таҙартып тәмле бутҡалар бешергән. Ә иң ҙур ҡабаҡ 30 кило тартты.
Байрамды ойоштороусы Айрат Искәндәров ошо ризыҡтан аш-һыу әҙерләү буйынса үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Фидан Ғафаров, Ринат Рамазанов концерт номерҙары менән йыйылған халыҡтың күңелен күтәрҙе.