+15 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь , 16:25

Астанаға барам әле

Ҡаҙаҡтар сираттағы тапҡыр баш ҡаланың исемен үҙгәртте.

Астанаға барам әле
Астанаға барам әле

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы йәнә Астанаға әүерелде. 2019 йылда президент Токаев ошо исемде йөрөткән ҡаланы Нур Солтан итеп үҙгәртеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны, депутаттар уны берҙәм хуплағайны. Хәҙер инде шул уҡ ил етәксеһе менән шул уҡ депутаттар икенсе фекергә килгән. Был ҡала заманында Аҡмола, Целиноград исемдәрен дә йөрөткән. Тик бына Астана башҡортса бик матур яңғырамай бит әле. Ҡаҙаҡ дуҫтар был хаҡта белеп ҡалһа, баш ҡалаларына икенсе исем эҙләй башламаҫ тимә.

Әйткәндәй, Америка президенты Буш та үҙенең исеме башҡортса бик шәп яңғырамауын ишетеп, заманында бик ғәрләнгән тиҙәр.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас в