-15 °С
Болотло
Быйыл балдың хаҡы бер аҙға артты. Йыш яуған ямғырҙар һәм һалҡын көндәр ҙә ҡорттарға эшләргә ҡамасауланы. Шулай ҙа Башҡортостан быйыл да илдең иң баллы төбәге данын иҫбатланы, ти белгестәр.
Балға бәйле мәрәкә. Балдың ҡөҙрәте ҙур икән, институтҡа феләкләп алып барғайным, баламдың балл тигәндәре тулды ла ҡуйҙы, уҡырға кереп китте, тип һөйөнә икән бер умартасы.