+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 11:38

Мобилизация кемдәргә ҡағыла?

Ошо турала бөгөн 19.30 сәғәттә БСТ каналында махсус тапшырыу була.

Мобилизация кемдәргә ҡағыла?
Мобилизация кемдәргә ҡағыла?

Мобилизация барышында ауырыу, йәше 50-нән үткән йәки биш һәм унан да күберәк балалы атайҙарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу осраҡтары күҙәтелә. Хаталар өҫтөндә эш башланды ла инде, законһыҙ рәүештә мобилизацияға йәлеп ителеүселәрҙе кире өйҙәренә ҡайтаралар.

Хәрби комиссариаттар ҡайһы саҡта план артынан ҡыуып хаталарға юл ҡуя, ти белгестәр. Мәҫәлән, Һарытау өлкәһендә йәш сағында армияла ла булмаған 59 йәшлек Александр Ермолаевты хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ҡыҙы тейешле органдарға мөрәжәғәт иткәс кенә, бабайҙы өйөнә ҡайтаралар. Ҡайһы саҡта Ватан һаҡсыларына ла яҡлау талап ителә шул. 

Автор: Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас