+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 13:00

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай

Балалар табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Бурҙан ҡала,  уттан ҡалмай
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай

Бөгөн төндә, Иглин районындағы “Дуҫлыҡ” баҡсасылыҡ ширҡәтендә бер йорттоң яныуы тураһында хәбәр килә.

Тиҙ генә ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Янғын һүндереүселәр урында булғанда, асыҡ ут ағас йортто һәм уның эргәһендәге ҡоролманы ялмап алған була. Янғын һүндерелә.

“Һөҙөмтәлә биш кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың дүртеһе Өфөнөң, береһе Иглин район үҙәк дауаханаларында. Шулай уҡ икәүһе табиптар күҙәтеүе аҫтында. Шуныһы үкенесле – барыһы ла  балалар. Һәләк булыусылар юҡ”, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идараһы матбуғат хеҙмәте.

Янғындың сәбәбе асыҡлана, тикшереү бара.

Фото: МЧС по РБ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: