+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2022, 10:52

Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйып алынған

Ауыл эшсәндәре республика тарихында дүртенсе тапҡыр ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәште.

Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйып алынған
Башҡортостанда 5 миллион тонна иген йыйып алынған

Быға тиклем 1983, 1985, 1986 йылдарҙа 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйылғайны. Тик шул тиклем ҙур уңышты һалырға элеваторҙар, келәттәр етешмәй. Республикала эшкәртеү сәнәғәте лә үҫешмәгән. Беҙ игенде күпләп сит төбәктәргә һатабыҙ ҙа, һуңынан өс-дүрт хаҡҡа ҡыйбатыраҡҡа Ырымбур онон, Силәбе макаронын һатып алабыҙ.

Радий Хәбиров ауыл эшсәндәрен юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүҙәре менән ҡотланы һәм киләсәктә яңы элеваторҙар төҙөү, игенде түгел, ә эшкәртелгән продукцияны һатыу буйынса эшкә тотоноу кәрәклеген әйтте.

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: