-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 11:02

Уҡытыусылар көнө менән!

Бөгөн бөтә донъяла йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүселәрҙе хөрмәтләйҙәр.

Уҡытыусылар көнө менән!
Уҡытыусылар көнө менән!

Һәр кем күңелендә оло тормошҡа ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫырға ярҙам иткән шәхестәргә ҡарата һөйөү тойғолары һаҡлай.

Бөгөнгө көндә беҙҙең балаларҙы кемдәр уҡыта һуң? Башҡортостан статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҡытыусыларҙың 88 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар. 40-тан йәшерәктәр һаны 30 процентҡа ла тулмай, 10 проценты самаһы 60-тан уҙған. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2021 йылда 35мең 800 һум тәшкил иткән.

"Һәнәк" уҡытыусыларҙы ихлас ҡотлауҙарға ҡушыла һәм һаулыҡ, ижади уңыштар менән бергә, мәғариф өлкәһенә күберәк дәүләт иғтибары, мулыраҡ аҡса һәм йәш көстәрҙең, ир-егеттәрҙең килеүен теләй!

 

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: