+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 10:00

Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары министр кәңәшселәре буласаҡ

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022» республика бәйгеһенең өс еңеүсеһе һәм бер призеры йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры кәңәшселәре буласаҡ. Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары министр кәңәшселәре буласаҡ
Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары министр кәңәшселәре буласаҡ

Улар араһында - Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлиә Смехова - 2022 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһендә абсолют еңеүсе; Зарина Ғәлләмова, Ҡараиҙелдәге 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы- «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе еңеүсеһе; Өфөләге 112-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Ногина - «Йәш йыл уҡытыусыһы»-2022 бәйгеһе еңеүсеһе, шулай уҡ Өфөләге М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Тазиева 2022 йылда «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» бәйгеһе призеры. «Улар министрға дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн үҙ башланғыстарын тәҡдим итә, министрлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр индерә ала», - тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: