+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Ноября 2022, 06:00

Һыуыҡ аҙна көтә

Республика биләмәһендә был аҙнала -26 градусҡаса һалҡын булмаҡсы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Гидрометүҙәге хәбәр итә.

Һыуыҡ аҙна көтәҺыуыҡ аҙна көтә
Һыуыҡ аҙна көтә

Бөгөн, 28 ноябрҙә көндөҙ һауа температураһы -11, -16, төндә иһә -13, -18 градусҡаса түбәнәйә (аяҙытҡанда -21, -26). Шишәмбе һәм шаршамбы әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан,  төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көн аяҙ тороу менән төбәк буйынса һалҡын һауа торошо -25, -26 кимәлендә һаҡланасаҡ.

Фото: profile.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас