-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2023, 21:42

“Һәнәк”тәр – беренсе!

Тыртыр ағай, әй, Башҡортостандың халыҡ артисы, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы Фирҙәт Ғәлиев, бер төркөм кешене сәхнә тирәләй йыйҙы ла, ситтәрәк торған икәүҙән: “Мин һеҙгә ҡамасауламайыммы?” – тип һораны... Республика кимәлендә үткәрелгән бик елле конкурс тамамланып тора ине...

“Һәнәк”тәр – беренсе!
“Һәнәк”тәр – беренсе!

Республиканың Журналистар союзы менән берлектә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы Рәсәй матбуғаты көнөнә ҡарата шәп, сағыу сара ойошторҙо. Хәтәр-хәтәр журналистар, беҙ зәңгәр экрандар аша ғына күреп өйрәнгән телевидение йондоҙҙары, яҡын туғаның һымаҡ таныш, мөләйем тауышлы радио алып барыусылары, баш мөхәррирҙәр, яуаплы сәркәтиптәр һәм водителдәр саҡырылған. Һуңғылары ни эшләптер сараға инмәне. Йә, ярай, үҙҙәре беләлер.

Ана шул ҡунаҡтар, коллективтар, баҡтиһәң, былтырғы йыл буйы социаль әһәмиәтле төрлө темаларҙы әүҙем яҡтыртып, быйыл еңеүсе булған икән. Берәүҙәре уларҙың үҙ аудиторияһына наркоманияға ҡаршы тапшырыуҙар, яҙмалар, мәҡәлә-очерктар һ.б. тәҡдим итһә, икенселәре туған телдәрҙе, дәүләт телдәрен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән, терроризмға ҡаршы көрәште, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауҙы, юридик һәм финанс белемлелекте арттырыу темаларын яҡтыртҡан. Һәр номинацияла еңеүселәр айырым урындар менән билдәләнде. 

“Һәнәк” журналы редакцияһы иһә, республика матбуғат саралары араһында ришүәт темаһын яҡтыртыуҙа иң уңышлы эшләгән коллектив булараҡ, Дипломлы һәм бүләкле булды! Еңеүселәрҙе төрлө ведомстволар, ойошмалар етәкселәре, вәкилдәре тәбрикләне. Ә мин, уңайын тура килтереп, Тыртыр ағайҙың ҡулын ҡыҫып ҡараным.

Бүләктәр таратылып бөткәс, Фирҙәт Ғәлиев, бөтәбеҙҙе лә сәхнә эргәһенә саҡырҙы ла, ситтәрәк торған ике фотографтан: “Мин һеҙгә ҡамасауламайыммы?” – тип һораны. Шул арала үҙе ихлас йылмайып иң алға килеп тә ултырҙы. Бына ошо фото-кәртишкә тарихы тураһында булды яҙмам.

“Һәнәк”тәр – беренсе!
“Һәнәк”тәр – беренсе!
“Һәнәк”тәр – беренсе!
Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: