+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2023, 14:00

Ата-әсәһе бала сит әйберҙе йотҡан тип уйламаған да

Башҡортостанда Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары Мәсәғүттән килтерелгән  йәш ярымлыҡ баланың организмынан бер һумлыҡ тимер аҡса сығарған.

Ата-әсәһе бала сит әйберҙе йотҡан тип уйламаған да
Ата-әсәһе бала сит әйберҙе йотҡан тип уйламаған да

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы табиптары тәңкә рәүешендәге «табылдыҡ»ты контроль фотоһүрәттә тапҡан. Ата-әсәһе бала сит әйберҙе йотҡан тип уйламаған да. Сабыйҙы тиҙ арала, маршрутизацияға ярашлы, Республика балалар клиник дауаханаһына ебәргәндәр, унда эндоскопик ысул менән тәңкәне алғандар. Хәҙер ул үҙен яҡшы тоя, сәләмәтлегенә бер ни ҙә янамай. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып, сит нәмәне йотоуҙың өсөнсө осрағы һәм табиптар тапҡан икенсе тәңкә.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: