+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2023, 15:00

Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ

Башҡортостанда ауырыу балаларҙың һәм ололарҙың  һаулыҡ яғынан хәлдәрен еңеләйтеү маҡсатынан төҙөлгән Өфө хосписы биләмәһендә йыйыштырыу буйынса хәйриә акцияһы уҙҙы. Планлаштырылған өмәләрҙең береһе 150-гә яҡын кешене, шул иҫәптән журналистар берләшмәһе һәм Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы вәкилдәрен йыйҙы.

Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ
Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ

Сарала ҡатнашыусылар дауалау учреждениеһы эргәһендәге аллеяла сүп-сарҙы һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйыуҙа ярҙам итте. Ә алдағы ял көндәрендә, 8 һәм 9 апрелдә, ирекмәндәрҙең һәм теләгән һәр кемдең эске бинала тәртип урынлаштырыу, мәҫәлән, иҙән, стена, тәҙрә һәм тәҙрә төптәрен йыуыу мөмкинлеге бар.

60 кешегә (20 бала менән бергә) иҫәпләнгән хоспис тәүге пациенттарын 2023 йылдың июнь аҙағында уҡ ҡабул итергә уйлай. «Башгражданстрой» тресының генераль директоры урынбаҫары Марат Ғәлиуллин һүҙҙәренсә, бөтә төп эштәр тамамланған. “Ниндәйҙер ваҡ деталдәр һәм төҙөкләндереү эштәре  генә ҡалды, шуға күрә беҙ граждандарҙың һәр төрлө ярҙамына шатбыҙ. Активистар бында былтырҙан алып даими килә», - тине ул.

Cығанаҡ: Башинформ

Фото: Юлай КӘРИМОВ

Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ
Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ
Хоспис биләмәһен таҙарттыҡ
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: