+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2023, 19:28

Билдәле педагог, шағир Фәрүәз Сәйфуллин: “Быйыл үҙемдең әйберҙәремде баҫтырған баҫмаларға ғына яҙылырға булдым...”

Уҙған йыл аҙағында ағайҙы ауылында (Баймаҡ районы, Төркмән ауылы), ғәм халыҡ алдында ололап, гәзит-журналды иң күп алдырыусы, тип маҡтап, бүләк тапшырған ауылдаштары. Ә быйыл ағайыбыҙ был хәлде үҙгәртергә булған.

Билдәле педагог, шағир Фәрүәз Сәйфуллин: “Быйыл үҙемдең әйберҙәремде баҫтырған баҫмаларға ғына яҙылырға булдым...”
Билдәле педагог, шағир Фәрүәз Сәйфуллин: “Быйыл үҙемдең әйберҙәремде баҫтырған баҫмаларға ғына яҙылырға булдым...”

"Һәнәк" журналының 4-се һанында минең ике шиғырым баҫылған”, – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә педагогика фәндәре кандидаты, бихисап фәнни һәм шиғыр йыйынтыҡтары авторы – Фәрүәз Абдрафиҡ улы Сәйфуллин. Артабан ул редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерә. Ошоғаса һис алдырмаған журналда бер нисә тапҡыр шиғырҙары баҫылыуына, һуңғы 4-се һанда ла ике шиғыры урын алыуына һөйөнә шағир.

Уҙған йыл аҙағында ағайҙы ауылында (Баймаҡ районы, Төркмән ауылы), ғәм халыҡ алдында ололап, гәзит-журналды иң күп алдырыусы, тип маҡтап, бүләк тапшырған ауылдаштары. Ә быйыл ағайыбыҙ был хәлде үҙгәртергә булған. Баҡтиһәң, милли баҫмаларҙың һәр береһенә тип әйтерлек, уның әлегә донъя күрмәгән шиғыр шәлкемдәре ята, ти. “Башҡортостан” менән “Һәнәк”тән башҡаларҙа.

Фәрүәз ағай ана шул – ҡалған баҫмаларҙың “арт һабағын уҡытып” алырға булған, күрәһең. "Башҡортостан" баҫтырҙы, алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылып та ҡуйҙым. "Һәнәк" баҫтырҙы – иртәгә барып яҙылам”, – ти ул.

Үҙ сиратыбыҙҙа ағайға рәхмәтебеҙҙе генә еткерәбеҙ! Рәхмәт, хөрмәтле авторыбыҙ – Фәрүәз ағай! Һеҙҙән яңынан-яңы әҫәрҙәр көтәбеҙ! Һәм, тағы ла, афарин, тибеҙ. Ике матбуғат баҫмаһына яҙылһағыҙ ҙа, һеҙ, барыбер, бихисап зыялыларыбыҙҙы уҙып киттегеҙ. Күптәр бер гәзит-журнал да алдырмай бит.

Билдәле педагог, шағир Фәрүәз Сәйфуллин: “Быйыл үҙемдең әйберҙәремде баҫтырған баҫмаларға ғына яҙылырға булдым...”
Билдәле педагог, шағир Фәрүәз Сәйфуллин: “Быйыл үҙемдең әйберҙәремде баҫтырған баҫмаларға ғына яҙылырға булдым...”
Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: