+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2023, 10:00

Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай

Рәсәйҙә юғары патогенлы ҡош киҙеүе буйынса эпизоотик хәл ҡатмарлаша, тип хәбәр итәләр Башҡортостан ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай
Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай

«Быйыл май башынан Волга буйы федераль округындағы 16 сығанаҡта ҡырағай ҡоштарҙың (аҡсарлаҡтарҙың) киҙеү менән сирләүе асыҡланған. Марий Эл һәм Удмурт республикаларының һыу ятҡылыҡтарында — дүртешәр, Киров өлкәһендә һигеҙ сығанаҡ табылған. Йоғошло сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ихтималлығы ҙур», — тип белдерҙеләр республиканың ветеринария идаралығында.  

Белгестәр әйтеүенсә, ауырыу бик тиҙ тарала, 100% үлем осрағына, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында ҙур иҡтисади зыян килтерергә һәләтле.

Ҡош киҙеүен Башҡортостандың ҡошсолоҡ хужалыҡтарына индермәү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәк.

«Ҡош-ҡортоғоҙ ҡырыла башлаһа йәки инфекцияға шик булһа, тиҙ арала дәүләт ветеринария хеҙмәтенә йәки 8-800-77-55-828 номерына (ҡыҙыу бәйләнеш) шылтыратығыҙ. Беҙҙең ветеринария лабораторияларында материалдарҙы тикшереүгә ҡабул итәләр», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың ветеринария идаралығында.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-11/bash-ortostan-a-osh-ki-e-e-yanay-3253635

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: