+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2023, 12:00

Һәләтле уҡыусылар өсөн стипендия

Башҡортостанда 2023-2024 уҡыу йылында айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн республика Башлығы стипендиялары бәйгеһе иғлан ителде.

Һәләтле уҡыусылар өсөн стипендия
Һәләтле уҡыусылар өсөн стипендия

Унда дөйөм белем биреү ойошмаларында һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыған халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика олимпиадаларында, ижади бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә, турнирҙарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар ҡатнаша ала.

Документтар 25 майҙан 23 июнгә тиклем эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-сы яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 7 (34-72) 18-03-26 .

Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса баҫылған.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: