+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Мая 2023, 05:30

Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап-байрам"ы халыҡ-ара йәрминкәһе үтәсәк! Ул Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-дан киске 22-гә тиклем була. Унда Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазины ҡатнашасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәкБаш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк
Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр китап байрамы үтәсәк

Шулай уҡ сара бер нисә майҙанда – БР Милли китапханаһы,  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында күҙҙалланған. Яҙыусылар союзы башланғысы менән ойошторолған был байрамдың маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар хаҡында белдереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, уйындар үткәреләсәк. Бүтән төрлө саралар ҙа ҡаралған Өфө был көндәрҙә ҙур әҙәби һәм мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк. Килегеҙ, күрегеҙ, һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас