-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 13:00

Ҡурайға һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә танылған ҡурайсы, йырсы, композитор, актёр һәм драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы үткән. 

Ҡурайға һәйкәл асылды
Ҡурайға һәйкәл асылды

«Идея һәм проект авторы — билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. Был эште атҡарып сығыуҙа уға яҡташтары — Йылайыр ҡурайсылары  ла ярҙам иткән. 

Шулай уҡ бында төрлө номинацияларҙа башҡорт музыка ҡоралдарында (ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ) уйнаусыларҙың республика конкурсы еңеүселәренең гала-концерты ла була. Иң-иңдәренә иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: