+25 °С
Ясно
Яңылыҡтар
6 Июня 2023, 16:15

Ике Эльвира Әсәҙуллина бүләкләнде

Бөгөнгө "Медиайыйын" форумынан ҡыуаныслы хәбәрҙәр бер-бер артлы килеп кенә торҙо. Барыһы хаҡында ла һөйләп бөтөрмәһәк тә, коллегалларыбыҙҙың шатлыҡтары менән рәхәтләнеп бүлешәбеҙ, ни тиһәң дә,  иңгә-иң терәшеп бер эште башҡарабыҙ бит.

Лайыҡлы наградаларЛайыҡлы наградалар
Лайыҡлы наградалар

“Өмет” һәм “Йәншишмә” гәзите хәбәрселәре Эльвира Әсәҙуллиналар икеһе лә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем алды. Эльвира Рәзит ҡыҙы менән Эльвира Рәшит ҡыҙын лайыҡлы наградалы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы ижади уңыштар юлдаш булһын!

Был маҡтаулы исемгә барлығы 8 хеҙмәткәр лайыҡ булды:

– Азамат Рафаэль улы Сәлихов – Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры;

– Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева –  «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары;

– Илдар Әнүәр улы Әхиәров – «Республика Башкортостан» гәзитенең иҡтисад һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире;

– Алёна Хәтминур ҡыҙы Ғәлиева – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең хәреф йыйыу һәм вёрсткалау буйынса инженеры;

– Станислав Михайлович Аптреев – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң баш механигы;

– Роза Миңлеәхмәт ҡыҙы Сафина – Стәрлетамаҡтағы «Ашҡаҙар» гәзитенең хәбәрсеһе.

Фото: Башинформ

Лайыҡлы наградалар
Лайыҡлы наградалар
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас