+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
9 Июня 2023, 06:00

Байрам көндәрендәге һауа торошо хаҡында

Бөгөн, оҙайлы ял көндәре алдынан, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам көндәрендәге һауа торошо хаҡындаБайрам көндәрендәге һауа торошо хаҡында
Байрам көндәрендәге һауа торошо хаҡында

10 июндә төбәктә төндә яуым-төшөмһөҙ була, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшен. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, таулы райондарҙа +1-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус.

11 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +17, +22. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында + 23, +28 градус. 

12 июндә – Рәсәй көнөндә республикала аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +6, +17градус.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас