+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
5 Июля 2023, 10:00

«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн»

Башҡортостанда 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бүләкләү сараһы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа була.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн»«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн»
«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн»

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.

Миҙалдың бер яғында байрам символы — аҡ сәскә, икенсеһендә кенәз Петр һәм уның тоғро ҡатыны Феврония төшөрөлгән. Миҙал менән бергә ныҡлы ғаиләләргә танытмалар һәм махсус билдә тапшырыла.

 

Автор:
Читайте нас