+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
10 Июля 2023, 06:00

Эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?

Республика антициклон үҙәгендә, шуға күрә алдағы ике көндә лә һауа температураһы +39, +40 градусҡа тиклем күтәрелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?Эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?
Эҫе көндәр ҡасан тамамланыр?

Аҙна уртаһында температураның ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Шаршамбы, 12 июлдә, көн болотло була һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +20 градус тирәһе.

13 июлдә, көндөҙ +24, ә төндә +18 градус. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Йома, 14 июлдә, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын һәм ямғыр яуыуын вәғәҙәләй. Көндөҙ +22, төндә  +15 градус.

Ял көндәрендә, 15 һәм 16 июлдә, һауа температураһының көндөҙ +25, +26, төндә +17, +18 градус булыуы көтөлә.

Автор:
Читайте нас