+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
18 Июля 2023, 08:00

Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум үтә

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад органдарының коррупцияға ҡаршы форумы бара. Унда федераль һәм власть органдарының 500-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Көн ҡаҙағында — дәүләт идаралығы сифатын арттырыу, социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү мәсьәләләре. Баш һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды һәм сараның емешле үтеүен теләне. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум үтәӨфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум үтә
Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум үтә

«Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!

Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем. Өфөнө форумды үткәреү урыны итеп һайлағандары өсөн Федераль ҡаҙналыҡ етәкселегенә рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм оло мәртәбә булып тора. Беҙ эшегеҙ өсөн тейешле шарттар булдырырға тырышырбыҙ. Сөнки һеҙҙең эшмәкәрлек өлкәһе илебеҙ өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.

Республикабыҙҙа коррупцияға ҡаршы көрәшкә етди иғтибар бүләбеҙ, сөнки ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа коррупция кеүек «бығау» торһа, республиканың әүҙем үҫешен тәьмин итеү мөмкин түгел. Эш хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә ойошторолған. Коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлекте координациялау буйынса комиссия һөҙөмтәле эшләй. Беҙ күмәк көс менән менән көрәш алып барабыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик республика етәкселегенә сараны һөҙөмтәле ойошторғаны, ғөмүмән, коррупцияға ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергәны өсөн рәхмәт әйтте.

Бөгөн форумда ҡатнашыусылар дәүләт идаралығының сифатын күтәреү, социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү, коррупцияға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерә.

Фото: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-18/f-l-b-t-r-s-y-finans-i-tisadi-organdar-y-korruptsiya-a-arshy-forumy-bara-3344670

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас