+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
19 Июля 2023, 08:00

Изге күңелле инәй

Дәүләкән районының Көрмәнкәй ауылынан Фәһимә Солтанова үҙенең УАЗ «Буханка» автомобилен махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ебәрергә ҡарар иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге күңелле инәйИзге күңелле инәй
Изге күңелле инәй

«Үҙебеҙ һуғыш балалары, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күп күрҙек. Балаларҙың һәр береһенең машинаһы бар, уны кем йөрөтә. Нисә йыл тик торҙо. Ауыл советы менән һөйләштек тә ебәрәйек, тинем», - ти Фәһимә инәй.

Көрмәнкәй ауыл советы башлығы Дамир Дәүләтов әйтеүенсә, машинаны ошо ауыл егеттәре хеҙмәт иткән подразделениеға тапшырғандар.

Был район халҡының яҡташтарына берҙән-бер ярҙамы түгел. Ҡоръятмаҫ ауылы старостаһы Фәнир Халиҡов махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль гуманитар ярҙам илткән. Һуңынан яугирҙәр әйтеүенсә, иң тәмлеһе тыуған яҡтан ебәрелгән икмәк булған.  

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас