

Хәҙер яҡташыбыҙ аҡсалата приз һәм конкурстың төп наградаһы — 2024 йылда Киров ҡалаһы йорттарының береһенә үҙенең эскизын төшөрөү мөмкинлеге өсөн көрәшә.
«Композицияның уртаһында стилләштерелгән ваҡыт ҡуласаһы, уның уҡтары тарихи үткәнебеҙҙе төрлө дәүерҙәргә бүлә. Ҡағыҙ ҡош (оригами) үткәндәрҙән һабаҡ алып, киләсәккә, билдәһеҙлеккә оса», — тип яҙҙы рәссамдың ижади эше хаҡында мәғлүмәт сығанаҡтары.
«ФормАРТ»та бөтәһе 119 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, ә финалға 14 эш һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла «Белем көсө» темаһына һәм Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.