0 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Августа 2023, 10:00

Ҡасан йылыта?

Эҫе лә эҫе ти инек, хәҙер уны киренән һағынып та өлгөрҙөк. Бер нисә көн болотлап, ямғыр яуып алғайны,  өшөттөрә лә башланы. Йылы әйләнеп килерме икән?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡасан йылыта?Ҡасан йылыта?
Ҡасан йылыта?

Башҡортостанда был аҙнала болотло һауа торошо көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәте буйынса, 6 сентябргә тиклем республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, һауа +19 градусҡаса йылынасаҡ. Йәкшәмбе, 3 сентябрҙә, иң йылы көн буласаҡ, термометр бағанаһы +28 градус күрһәтәсәк.

7 сентябрҙән уртаса температура көндөҙ – +24, төндә +13 градус буласаҡ. Ҡояшлы һәм ҡоро һауа торошо көтөлә.

Фото: novyefoto.ru

Автор:
Читайте нас