0 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Октября 2023, 05:55

Бәхил булығыҙ, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы

Ҡаты ауырыуҙан һуң күренекле ғалимә, профессор, Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле йәмәғәт һәм хөкүмәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова мәрхүм булып ҡалған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхил булығыҙ, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙыБәхил булығыҙ, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы
Бәхил булығыҙ, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы
Ауыр тупрағы еңел, яҡтан гүрҙәре яҡты, иманы юлдаш булһын мәрхүмдең. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
ВИКИПЕДИЯНАН: Хисаметдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл - 2 октябрь 2023 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исмеедәге (2016) премиялар лауреаты.
Бәхил бул, ғалимә...
 
 
Автор:
Читайте нас