

Үткән аҙналағы тапшырыуҙа ул швед йырсыһы һәм “Евровидение” еңеүсеһе Лориндың “Euphoria” йырын башҡарып, 98 тауыш йыйҙы.
“Баттлдар” ярышында ул көндәшен үтеп китеп финалға сыҡты. Шуны ла әйтергә кәрәк: быйыл төп приздың күләме - 5 миллион һум.
31 йәшлек Әлфиә бәләкәй сағынан уҡ йырлай. 3 йәшенән алып сәхнәлә сығыш яһай башлаған. Был юлы тауышының күптөрлөлөгөн күрһәтеп, жюриҙы һоҡдандырҙы.
Фото: dzen.ru