-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2023, 13:00

Больничный өсөн түләүҙәр ике тапҡырға артасаҡ

Бер көн өсөн дауахана ҡағыҙы түләүҙәренең максималь күләме ике тапҡырға артасаҡ – 2,7 меңдән алып, 2025 йылға тиклем 5,7 мең һумға етергә тейеш.

Больничный өсөн түләүҙәр ике тапҡырға артасаҡ
Больничный өсөн түләүҙәр ике тапҡырға артасаҡ

Был страховка иғәнәләренең берҙәм тарифын индереү менән бәйле. Дөрөҫөрәге, сик күләме тәүлегенә 5674 һум тәшкил итәсәк. Әле рәсәйҙәр 2737 һумға тиклем аҡса ала.

Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, дауахана ҡағыҙы буйынса түләүҙәр күләме хеҙмәткәрҙең стажына бәйле. Биш йылға тиклемге стажға хеҙмәткәргә ауырыу сәбәпле, алдағы ике йылдың уртаса эш хаҡының 60 проценты түләнә. Әгәр стаж биш йылдан һигеҙ йылға тиклем булһа – 80 процент, ә һигеҙ йылдан ашыу 100 процент түләнә, әммә максималь лимиттан артыҡ түгел.

Фото: https://lenta.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: