Башта йыйылыусылар уның һәйкәленә сәскә һалды. Шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова былай тине:
«Бөгөн йәнә беҙҙең өсөн изге урынға — Киров һәм Мостай Кәрим урамдары киҫелешендә йыйылдыҡ. Атайым ошо урамды бик ярата ине, беҙ йыл да ошо урамға киләбеҙ. Бер нисә һүҙ әйтеп китергә теләйем. Мин Рәсүл Ғамзатовтың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған сараларҙан ҡайттым. Ул атайым менән бик дуҫ ине. Икеһен дә уҡыйҙар, икеһе лә популяр, икеһен дә беләләр һәм онотмайҙар. Сөнки улар үҙ ижадында бер ҡасан да алдашманы. Үҙ халҡының улдары, илһөйәр, Рәсәй патриоттары булдылар».
Митингта Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та сығыш яһаны:
«Рәсүл Ғамзатов тураһында һүҙ башлағас, әйтеп үтәйем. Бөгөн мин Дағстан башлығынан хат алдым, унда беҙгә бөйөк шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән өсөн рәхмәт белдерәләр. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсүл Ғамзатов урамы барлыҡҡа килде. Хәҙер Махачкалала Мостай Кәрим урамы булырға тейештер тигән фекерҙәмен. Беҙ һәр яҡлап шағирҙан өлгө алабыҙ. Уның тормош юлы тыуған илгә хеҙмәт итеү, үҙ ватанына, ҡалаһына һөйөү өлгөһө булып тора. Ул әлеге көндә Өфөлә барған үҙгәрештәргә ныҡ шатланыр ине тип уйлайым».
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең сығышын өлкән ҡәләмдәшенә бағышланы. Артабан Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары шиғри композиция башҡарҙы, аҙаҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының филология факультеты студенттарына Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттары тапшырылды.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-20/f-l-mostay-k-rimde-tyu-an-k-n-n-tantanaly-programma-men-n-bild-l-nel-r-3487141