-33 °С
Ясна
75 лет Победы
“ҺӘНӘК”кә яҙыл һәм бүләкле бул!
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь , 11:00

Маладистар ҙа инде!

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында «ТЭФИ-KIDS» премияһын яуланы.

Маладистар ҙа инде!
Маладистар ҙа инде!

Рәсәй милли телевизион премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 23 октябрҙә Мәскәүҙә уҙҙы.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуы 32 йыл инде көн дә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға. Программа геройҙары кескәй тамашасыларҙың ҡатмарлы һорауҙарына еңел һәм күңелле итеп яуап бирә, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

«ТЭФИ-KIDS» конкурсына улар һуғылған башҡорт балаҫы тураһында сығарылышты ебәргәйне. Йәш алып барыусылар тамашасыларға барыһын да — «һарыҡтан алып балаҫҡа тиклем» күрһәтте. 

Афарин, "Тамыр"ҙар, ҡотлайбыҙ!

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас в