+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
4 Ноября 2023, 05:00

16 кешене янғындан ҡотҡарғандар

Ошо көндәрҙә ике үҫмер Туймазы ҡалаһының бер бинаһында сыҡҡан янғындан 16 кешене ҡотҡарған.

Добавить в предпочтительные источники Google
16 кешене янғындан ҡотҡарғандар16 кешене янғындан ҡотҡарғандар
16 кешене янғындан ҡотҡарғандар

Ун беренсе класс уҡыусылары Мирослав һәм Алан 15 башҡа уҡыусы һәм педагог менән бергә янғын сыҡҡан мәлдә "Башинформсвязь" бинаһында математика буйынса Берҙәм Дәүләт Имтиханына әҙерләнгәндәр.

Ут өсөнсө ҡаттағы холлда сыға. Шул уҡ ҡатта юғары класс уҡыусылары ла була.

- Янғын хәүефе тауышын ишеткәс, кабинетта ултырҙыҡ, әммә сигнал тиҙ арала өҙөлдө. Янғын һүндереү системаһы ысынлап та эшләгәнме, әллә был ялған хәүефме – билдәһеҙ, - тип һөйләне Мирослав.

Мәктәп уҡыусыһы әйтеүенсә, бер аҙҙан кабинеттағы ишек асыла башлай. Малайҙарҙың береһе коридорға сыға, унда ул янғын башланғанын күрә. Балалар һәм педагог аҫҡы ҡаттағы сығыу урынына юллана, әммә унда ишек ябыҡ була. Мирослав менән Алан уны емереп, уҡыусыларҙы һәм педагогты хәүефһеҙ урынға сығара.

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем уларҙың барыһы ла урамда була. Ут менән көрәшеүселәр янғынды һүндерә. Мәктәп уҡыусылары арҡаһында бер кем дә зыян күрмәй.

Фото: https://etegen.ru/

Автор:
Читайте нас