

VII «Беҙҙең бренд» махсуслашҡан күргәҙмәһе барышында үткән «Рәсәй сифат системаһы - Хәләл сертификацияһын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында» түңәрәк өҫтәлендә «Алтын Солоҡ» учреждениеһына ошондай сертификат тапшырылды.
Республикала экологик яҡтан таҙа бал төрҙәрен халыҡ-ара баҙарҙарға сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Әйтәйек, ғәрәп илдәре. «Хәләл» сертификацияһы башҡорт балына ошо баҙарҙарға сығыу мөмкинлеге биргән йәки процесты еңеләйткән төп шарттарҙың береһе булып тора.
28 ноябрҙән 2 декабргә тиклем «Рәсәй» күргәҙмә-форумы барышында Башҡортостан стендында ауыл хужалығы аҙналығы ойошторола. Тәүге өс көн республикабыҙҙың төп брендтары — «Башҡорт балы»на һәм «Башҡорт аты»на арнала.
Фото: башинформ