+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Декабря 2023, 04:00

Президент менән тура бәйләнеш

Владимир Путиндың тура бәйләнеше һәм матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә буласаҡ. Махсус йыһазландырылған студияға киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ федераль журналистар, Мәскәүҙә аккредитацияланған сит ил журналистары саҡырылған. 

Президент менән тура бәйләнешПрезидент менән тура бәйләнеш
Президент менән тура бәйләнеш

«Владимир Путин йылға йомғаҡ яһаясаҡ. Был - программа, йәғни элеккесә үк телевизион каналдар проекты. Ул тура бәйләнеш һәм йомғаҡлау матбуғат конференцияһының берләштерелгән форматы буласаҡ», - тине Песков.

1 декабрҙән халыҡтан тура бәйләнешкә һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы бер нисә ысул менән бирергә мөмкин:

  • 8-800-200-40-40 номерына бушлай шылтыратырға;
  • 0-40-40 номерына бушлай СМС ебәрергә;
  • moskva-putinu.ru сайты аша;
  •  «ВКонтакте», «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендә;
  • мобиль ҡушымталар аша.
 

Фото: avangard-kushn.ru

Автор:
Читайте нас