+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Декабря 2023, 04:00

Бөгөн Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

19 декабрҙә Өфө ваҡыты менән 14.30. Өфөнөң тимер юл вокзалына Ҡыш бабай поезы килә, тип яҙғайныҡ һәм тағы ла бер иҫегеҙгә төшөрөү артыҡ булмаҫ.

Бөгөн Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләБөгөн Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә
Бөгөн Өфөгә Ҡыш бабай поезы килә

Ҡыш бабай поезында – Яңы йыл тылсымсыһының байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, уның составында балалар өсөн уйындар һәм күңел асыу вагондары бар. Поездың башында – төрлө төҫтәге уттар менән балҡыған паровоз.

«Состав туҡтап торған мәлдә паровоз һәм сағыу вагондар янында фотоға төшөргә, төньяҡ сувенирҙары һатылған вагон-кибеткә һәм төньяҡ аш-һыуҙары вагон-ресторанына инеп сығырға мөмкин, – тип белдерҙеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. – Бынан тыш, тимер юл вокзалының икенсе ҡатында көндөҙгө дүрттән киске 10-сы яртыға тиклем бушлай концерт һәм анимация программаһы ойошторола».

Килегеҙ, күрегеҙ!

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас