

Улар 2023 йылдың 30 декабрендә башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарында тамамлана, тиелә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары менән раҫланған производство календарында. 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәре 10 майға (йома) һәм 31 декабргә (шишәмбе) күсерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп уҡыусыларының ҡышҡы каникулы ла 30 декабрҙә башланып, 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.