

Бөгөн Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сайты эшләй башланы, уның менән түбәндәге адрес буйынса танышырға мөмкин: https://putin2024.ru/
Сайтта кампанияның көндәлеге, кандидаттың биографияһы, ышаныслы вәкилдәр тураһында мәғлүмәт, һайлау алды штабының бәйләнештәре һәм төбәк штабтарының адрестары урынлаштырылған. Шулай уҡ кампанияның төп мәлдәренә видеоматериалдар тәҡдим ителә.
Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең ҡайһы бер мөһим ҡаҙаныштары тураһында бүлек бар.
Сайтты Рәсәй IT-белгестәре командаһы булдырған.
Фото: Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сайтынан.