ЮХХДИла белдереүҙәренсә, йәш спортсы 7 ғинуарҙа ғына машина һатып алған (Рәсәйҙә үҫмергә машинаны 14 йәштән үк теркәргә мөмкин, әммә ата-әсәләренең яҙма ризалығы менән), ә икенсе көндө трассала идараны юғалтын, ҡаршы юлға сығып һәләк була.
Октябрьский ҡалаһында йәшәгән үҫмер воркауттан тыш, стритлифтинг буйынса спорт мастерына кандидат, күп тапҡырҙар мәктәп уҡыусыларының физкультура буйынса Гагарин Кубогы республика олимпиадаһы еңеүсеһе булған. Ҙур хыялы – Олимпия миҙалы алыу теләге менән йәшәгән...
Юл-транспорт һәләкәте буйынса тикшереү бара.
Фото: "ГИБДД по РБ"