+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2024, 07:00

Февраль ниндәй буласаҡ?

Ҡыштың өсөнсө айында һауа температураһы уртасанан юғарыраҡ, йәғни -11,7 градустан күберәк булыуы көтөлә. Яуым-төшөм күләме тураһында әйткәндә, был күрһәткес норма сиктәрендә күҙаллана.

Февраль ниндәй буласаҡ?Февраль ниндәй буласаҡ?
Февраль ниндәй буласаҡ?

Ай башында Өфөлә циклон булыуы ихтимал, мул ғына ҡар яуып,  -1 градусҡаса йылыта, тиҙәр. Февралдең икенсе аҙнаһында төнгө һыуыҡтар -15 тирәһе булһа, ә бына айҙың икенсе яртыһынан йылы йәнә әйләнеп ҡайта башлаясаҡ. Һауа температураһы төндә -5, -7, көндөҙ -1, -3 градус тәшкил итәсәк. Шулай уҡ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

Автор:
Читайте нас