Әлеге сараларҙың күбеһе балалы ғаиләләргә ҡағыла. Әйтәйек, бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр түләнеүле пособие күләме 24604 һум буласаҡ. 8 йәштән өлкәнерәк баланы, инвалидлығы булған йәки бер нисә баланы уллыҡҡа алғанда бер тапҡыр 187996 һум күләмендә пособие бирелә. Быға тиклем эшләмәгән ата-әсәләргә баланы йәш ярымға ҡәҙәр ҡараған өсөн айлыҡ пособиеның күләме 9227 һумдан башлана.
Пособиелар күләме артыу, бер яҡтан, яҡшы әлбиттә. Әммә икенсе яҡтан ҡараһаң, хеҙмәт хаҡтары юғары булһа, йәш ғаиләләр өсөн күпкә яҡшыраҡ булыр ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: rg.ru