+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 07:30

Яңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатмаясаҡтар

Рәсәй Президенты Владимир Путин 16 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән яңғыҙ әсәне йәки атайҙы эштән бушатыуҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. 

Яңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатмаясаҡтарЯңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатмаясаҡтар
Яңғыҙ әсәләрҙе эштән бушатмаясаҡтар

Хәҙер эш биреүсе үҙ теләге менән 16 йәшкә тиклемге балаһы булған яңғыҙ ата-әсәне, шулай уҡ шундай йәштәге әсәйһеҙ бала тәрбиәләгәндәрҙе эштән сығара алмай. Быға тиклем Рәсәйҙә 14 йәшкәсә балаһын яңғыҙы ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу тыйылды. 14 февралдән йәш сиге 16 йәшкә тиклем арттырылды.

Балалар 16 йәшкәсә төп дөйөмгә эйә була, шуға күрә ошо йәшкә тиклем уларҙы яңғыҙ тәрбиәләгән граждандар дәүләт яғынан өҫтәмә яҡлауға мохтаж.

Закон баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс үҙ көсөнә инә.

 

Автор:
Читайте нас