+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март , 12:20

Һайлауға тәүге тапҡыр!

“Рәсәй Президентын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә сығыш яһап, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов, Президент һайлауҙарында 90 меңгә яҡын 18 йәше тулған кеше тәүге тапҡыр тауыш бирә, тине.

Һайлауға тәүге тапҡыр!
Һайлауға тәүге тапҡыр!

Улар үҙ исеменә саҡырыу алған.

Республика буйынса һайлау участкалары ваҡытында асылған һәм штатлы режимда эш башлаған.

Һайлаусылар, участкаға барып тауыш биреүҙән тыш, комиссия ағзаларын өйгә лә саҡыра ала. Был мөмкинлек менән 17 марттың 14.00 сәғәтенә тиклем файҙаланып була.

Өс көн дауамында БР Үҙәк комиссияһының берҙәм контакт телефоны эшләй. 8 800 200 00 20 телефоны аша Президент һайлауҙарына ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: