+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март , 11:00

"РӘХМӘТ-2024" акцияһы старт алды

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тәүгеләрҙән булып тауыш биреүселәргә волонтерҙар билеттар тапшырҙы ла инде, улар ярҙамында приздар уйнатыуҙа ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.

"РӘХМӘТ-2024" акцияһы старт алды
"РӘХМӘТ-2024" акцияһы старт алды

Ул республикала 2024 йылдың 15 мартынан 17-һенә тиклем уҙғарыла. Бүләк фонды исемлегендә - смартфондар, ноутбуктар, кофемашиналар, электросамокаттар, сертификаттар һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр. Акцияның суперприздары - Өфөлә фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм Башҡортостан шифаханаларында ял итеү. Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһынан сыҡҡанда билет алырға, билеттың һигеҙ һанлы QR-кодын сканер аша үткәрергә һәм уны рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

Бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыласаҡ. Еңеүселәр һәм отҡан бүләктәр тураһында бөтә мәғлүмәт акция сайтында урынлаштырыласаҡ.

QR-билеттарҙан тыш айырым биләмәләрҙә - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау ҡалаларында, шулай уҡ Бөрө, Белорет, Благовещен, Туймазы, Яңауыл, Өфө, Стәрлетамаҡ, Иглин райондарында тауыш биреүселәр беләҙектәр алырға мөмкин. Улар тауыш биреү көндәрендә акция партнерҙарының тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә ташламалар хоҡуғы бирә. Партнерҙар исемлеге менән шулай уҡ акцияның сайтында танышырға мөмкин.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: