+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март , 12:00

"Рәхмәт" акцияһы оҙайтылды!

Матбуғат үҙәгендә акцияны ойоштороусылар суперприздар 22 мартта уйнатыла тип иғлан итте. Шулай уҡ QR-билеттарҙы 20 мартҡа тиклем теркәргә мөмкин тигән ҡарар ҡабул ителде.

"Рәхмәт" акцияһы оҙайтылды!
"Рәхмәт" акцияһы оҙайтылды!

Ойоштороусылар билдәләүенсә, «Рәхмәт» акцияһы, ул Башҡортостанда йәшәүселәргә һәм һайлаусыларға – “рәхмәт”. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында билеттарығыҙ теркәлмәй ҡалһа, һеҙ уларҙы 20 мартҡа тиклем теркәй алаһығыҙ. Һәр башҡортостанлының суперприздар уйнатыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булырға тейеш.

Шулай уҡ суперприздар уйнатыуҙа бөтә билеттар ҙа ҡатнаша, хатта элек отош алғандар ҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның суперприздары - Өфөлә фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочи һәм Башҡортостан шифаханаларында ял итеү юлламалары.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: