+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 13:00

Ямғырлы көндәр килә

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +5, +10 градус.

Ямғырлы көндәр килә
Ямғырлы көндәр килә

Шаршамбы, 27 мартта, Башҡортостанда ямғыр, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус. Көндөҙ +2, +7 градус.

Кесаҙна төндә, 28 мартта, ямғыр, епшек ҡар, ямғыр фаразлана. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

10 апрелгә йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе фаразлана.

Автор:
Читайте нас: