+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель , 10:45

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Башҡортостан халҡын һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы «Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант» яҙыу акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Быйыл акция 27-29 апрелдә үтә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә 11.00 сәғәттә планлаштырылған.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

Акцияны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2024 йылда текстарҙың тематикаһы патриотизмға, йәштәргә, ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына арналған. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдә ҡаралған:
- башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр;
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар кимәле;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәре ҡағыҙ битендә ирекле формала, тулыһынса исем-шәрифе, һәм йәшәү йәшәү урыны күрһәтелеп рәсмиләштерелергә тейеш.
Акцияның девизы: «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы» («Тел — халыҡтың рухи мираҫы»). Башҡортостан республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы Акция йыл һайын апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә үткәрелә.

Фото: башинформ

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: